«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Элек Октябрь байрамында ҡар ята ине, ә быйыл...



30.10.2019 Элек Октябрь байрамында ҡар ята ине, ә быйыл...

Баштан уҡ йәштәргә аңлатма бирәйек: 7 ноябрь - Октябрь революцияһы көнө - халыҡта Октябрь байрамы тип йөрөтөлгән. Әле ололар иҫләүенсә, был ваҡытҡа ҡар ярайһы ҡалын булып ятҡан була инде. Һуңғы йылдарҙа ҡайһы берҙә декабрҙә лә ҡар эҙләп йөрөнөк. Быйыл нисек булыр?

Ноябрь һыуыҡ килә. Синоптиктар шулай тип фаразлай. Башҡортостанда һалҡын һауа әле үк ауыҙҙы ябып ҡына йөрөргә мәжбүр итә.

Айҙың тәүге ун көнөндә температура көндөҙ -4, -5 градустан да түбән төшмәй, тиһәләр ҙә, ҡатыраҡ булып һиҙеләсәк.
Төндә иһә -8,-10 градус һыуыҡлыҡ, тип фаразлай Гисметео. Артабан тағы ла һыуығыраҡ.

Ҡар ҙа яуасаҡ. Йә әҙ генә, йә "ҡотороп".

Ҡыҫҡаһы, һәр нәмәгә әҙер тороғоҙ. Һәр тигәнебеҙ, һыуыҡҡа, буранға, көрткә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға