«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡташыбыҙ – Европа чемпионы



30.10.2019 Яҡташыбыҙ – Европа чемпионы

Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылынан 13 йәшлек Минара Шахбанова Португалияла киокушин каратэ буйынса үткән 33-сө Европа чемпионатында Рәсәй исеменән сығыш яһаны һәм һынатманы. Ул Европа чемпионы исемен яуланы.

Ярыштар Порту ҡалаһында уҙҙы. Чемпионатта Европаның 20 иленән спортсы үҙ көсөн һынаны. Әйткәндәй, Рәсәйҙән 14 кеше, шул иҫәптән яҡташыбыҙ, «Батыр» клубы тәрбиәләнеүсеһе Минара Шахбанова ла ҡатнашты. Йәш спортсының тренеры Артур Хөснөтдинов әйтеүенсә, улар үҙ көстәренә ышанған һәм беренсе урынды яулау маҡсатын ҡуйған.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: «Башинформ»


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға