«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Өфө» командаһы унынсы тапҡыр яҙмышын һынаясаҡ



30.10.2019 «Өфө» командаһы унынсы тапҡыр яҙмышын һынаясаҡ

Бөгөн футбол буйынса Рәсәй кубогының 1/8 финал уйындары уҙасаҡ.
«Өфө» командаһы сирекфиналға сығыр өсөн билдәле ЦСКА уйынсылары менән көс һынашасаҡ. Быйылғы миҙгелдә улар Рәсәй чемпионатында бер тапҡыр осрашып, 1:1 иҫәбенә таралышҡайны.
Ғөмүмән, беҙҙең клуб үҙ тарихында төп приз өсөн туғыҙ тапҡыр үҙен һынай. Улар 2016/2017 йыл миҙгелендә ярымфиналға барып етеп, уңышҡа өлгәшә. Бер тапҡыр сирекфиналға ла барып етә. Был юлы нисек булыр?..
Уҙған миҙгел «Локомотив» футболсылары кубокты яулай. Улар уға һигеҙ тапҡыр өлгәшеп, Рәсәй командалары араһында беренсе урында тора. ЦСКА – ете, «Спартак» менән «Зенит» - өс, «Динамо», «Рубин», «Ростов», «Торпедо», «Терек», һәм «Тосно» клубтары берәр тапҡыр кубоклы була.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға