«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шайморатовҡа һәйкәл Еңеү байрамына ҡуйыласаҡ



29.10.2019 Шайморатовҡа һәйкәл Еңеү байрамына ҡуйыласаҡ

Өфөнөң Совет майҙанында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа атлы һәйкәл ҡуйыласаҡ.


Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт йортонда уҙған Бөйөк Еңеүҙең 75-се йыллығына әҙерләнеү буйынса ойоштороу комитетының ултырышында хәбәр итте.

Был шәхестең иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә дәүләттең һәм йәмғиәттең барлыҡ институты ҡатнашырға тейеш, тине Радий Фәрит улы.

Ғөмүмән, Рәсәйҙә атлы статуялар күп түгел. Ә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирына һәйкәл, Салауат Юлаевҡа һәйкәлдән ҡала, Өфөлә икенсе атлы монумент буласаҡ.

Һүрәттә: Шайморатовтың Ҡырмыҫҡалы районындағы һәйкәле.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға