«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Волонтерҙың күңеле изге



29.10.2019 Волонтерҙың күңеле изге

Торатау конгресс-холында республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән волонтерҙар бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Уҡыусыларҙы Каринэ Хәбирова, Йәмәғәт палатаһы етәксеһе Ольга Панчихина, төрлө министрлыҡтар вәкилдәре сәләмләне.


Бер йыл буйы йәш ирекмәндәр ауыл-ҡалаларҙа әбей-бабайҙарға, мөмкинлеге сикләнгән балаларға ярҙам итә һәм бының хаҡта конкурсты ойоштороусыларға отчет ебәрә.

Туймазы ҡалаһынан килгән алтынсы синыф уҡыусыһы Реналь Хәбиров юлдарҙа балаларҙың машинанан тапалыу осраҡтарын кәметеү өсөн, киске мәлдә яҡтылыҡты сағылдырған элемент тағырға йәки кейергә кәрәк, тигән баннер яҙып элеп ҡуйған. Балалар хәүефһеҙлеге буйынса урындағы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән осрашҡан.

Бөгөн 6-сы класс уҡыусыһы автоҡаласыҡ проектын тәҡдим итә. Автоҡаласыҡ - транспорт системаһыһының бәләкәй күсермәһе буласаҡ. Һәр бала үҙен төрлө ролдә һынап ҡараясаҡ - йәйәүле,  водитель, ЮХХДИ инспекторы. Бының кеүек урындар республиканың бер-нисә ҡалаһында ғына бар.

Башҡортостанда бөгөн 200-ҙән ашыу ирекмәндәр ойошмаһы иҫәпләнә. Улар 14 йүнәлеш буйынса эшләй. Һуңғы йылдарҙа волонтерҙар юғалған кешеләрҙе эҙләү, ихата-парктарҙы йәшелләндереү, төзөкләндереү кеүек эштәрҙә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.  Ирекмәндәр хәрәкәтен әүҙемләштереү маҡсатында, малай-ҡыҙҙар өсөн эшлекле йәйге лагерҙар һәм яңы проекттар ойошторола.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Автор фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға