«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Учалы районының Ҡоҙаш ауылында "Мәүлиҙә" мәсете асылды



29.10.2019 Учалы районының Ҡоҙаш ауылында "Мәүлиҙә" мәсете асылды

"Әгәр ауыл халҡы Алла йорто булған мәсеттәргә йөрөй, йомаларҙа, ғәйет байрамдарында ихлас ҡатнаша икән, был кешеләрҙең иманға ҡайтыу билдәһе ул.


Мәсет төҙөүҙә өлөш индергән ауылдаштарға, шатлығыбыҙҙы уртаҡлашырға килгән ҡунаҡтарға сикһеҙ рәхмәт!

Ҡоҙаш ауылына бәрәкәт булып мәсет асылыу тантанаһына килгән бихисап имамдарҙың сығышын халыҡ тын ҡалып тыңланы.

Иман йорто менән бер рәттән, битарафлыҡҡа сумған күңелдәребеҙ ҙә, Аллаға тәүәккәлләп, иманға асылһа ине", - тип яҙа Ҡоҙаш мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Вк.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға