«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 28 октябрь



29.10.2019 Юл фажиғәләре - 28 октябрь



Республика юлдарында 18 автомобиль аварияһы теркәлгән, ике кеше һәләк булған, 22 кеше травма алған.

Көндөҙ Нефтекамск ҡалаһының Яңауыл урамында ҡара-ҡаршы килгән "Лада Приора" менән "Урал" йөк машинаһы бәрелешкән.

"Лада Приора"ның 22 йәшлек водителе лә, уның йәштәш пассажиры ла аварияла йән биргән. Ҡалтасы районы егеттәре улар.


Йөк машинаһы менән Краснокама районынан 54 йәшлек водитель идара иткән.

Был ваҡиға буйынса тикшереү эше бара.

Кисәге Учалы районының Ҡунаҡбай ауылы янында, Белорет районы Инйәр ҡасабаһы эргәһендә юлда үлгән аттар ята ине. Үле бейәне ҡолонсағы имеп маташҡанды күреп, йөрәк әрнене...

Һаҡ булығыҙ юлдарҙа, дуҫтар.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға