«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балалары менән юғалған ирҙең автомобиле генә табылған



29.10.2019 Балалары менән юғалған ирҙең автомобиле генә табылған


Өфөлә 8 һәм 5 йәшлек малайҙары менән 37 йәшлек Аркадий Мазов юғалған. Ул ҡатыны менән ирешеп, автомобилендә сығып киткән. Полиция Инорс биҫтәһендәге урман ситендә ирҙең автомобилен генә тапҡан.
БР Тәфтиш комитеты «Ике һәм унан күберәк кешене, балаларҙы үлтереү» статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Юғалыусылар тураһында мәғлүмәт белһәгеҙ, полицияға хәбәр итегеҙ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: пресс-служба МВД по РБ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға