«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » НХЛ-ға әле иртәрәк...



29.10.2019 НХЛ-ға әле иртәрәк...

Уҙған миҙгел Силәбенең «Трактор» командаһынан китеп, НХЛ-дың «Нью-Йорк Рейнджерс» клубы менән килешеү төҙөгән Виталий Кравцов киренән тыуған яғына ҡайтырға мәжбүр.
19 йәшлек һөжүмсе төп составҡа эләгә алмай, фарм клубта биш осрашыу уҙғара. Контракт буйынса әгәр ул төп составта уйнамай икән, килешеүҙе өҙөп, ҡабаттан КХЛ-ға ҡайтыуы ҡаралған ине. Һәм бына Кравцов, «Трактор» клубы менән бер миҙгелгә ҡул ҡуйҙы.
2017/2018 йыл миҙгелендә, хоккейсы иң оҫта йәш уйынсы исеменә баһаланып, КХЛ «йондоҙ»ҙары уйынында ҡатнаша. Уны шунда уҡ НХЛ-дың «Рейнджерс» етәкселеге күреп ҡалып үҙенә йәлеп иткәйне.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға