«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡоштар осорам!



29.10.2019 Ҡоштар осорам!

28 октябрҙә Учалы районы Миндәк урта мәктәбендә Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған “Күкрәгемдән ҡоштар осорам…” муниципаль онлайн-конкурсының еңеүселәрен тәбрикләү сараһы уҙҙы.

Был ижади бәйге 1-се октябрҙән алып 20 октябргә тиклем барҙы, конкурста 78 уҡыусы ҡатнашты.

Конкурсанттарҙы талапсан, әммә ғәҙел жюри ағзалары баһаланы.

Ҡарамаҡҡа ябай ғына бәйге ысын мәғәнәһендә шиғриәт байрамы булды, тиеште ҡатнашыусылар.

Балалар хис-тойғоларын шиғыр юлдарына һалып, әҙиптең әҫәрҙәрен юғары оҫталыҡ менән башҡарғанда, бер кем дә битараф ҡала алманы.
Бөтә ҡатнашыусылар ҙа тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ ине.

Ә шулай ҙа улар араһында абсолют еңеүселәр булып, түбәндәге уҡыусылар танылды:

Яҙгөл Нәжәрова, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбенең 1-се синыф уҡыусыһы, уҡытыусыһы Гөлнара Исламова.

Даяна Хәсәнова, 4-се синыф, Учалы ауылының Башҡорт гимназияһы, Луиза Ханнанова.

Арыҫлан Хөснуллин, 4-се синыф, Наурыз мәктәбе, Таңһылыу Хилалова.

Арсен Ғәзизов, 2-се синыф, 7-се һанлы мәктәп, Резеда Сулейманова.

Нургизә Камалетдинова, 3-сө синыф, Ураҙ лицейының Ҡотой филиалы, Римма Яхина.

Камилла Ульданова, 4-се синыф, Илсе мәктәбе, Зөлфирә Сәйфуллина.

- Бөгөн Миндәк мәктәбендә юбилярҙың шиғырҙары яңғырап, улар беҙҙе уйландырҙы, моңландырҙы, күңелдәребеҙҙе сафландырҙы, тыуған Башҡортостаныбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһон уятты, - тине ветеран уҡытыусы Гөлсирә Ғарипова. – Мостай Кәримдең әҫәрҙәре үлемһеҙ, улар киләсәккә илтеүсе илселәр!

- Был күркәм сарала ҡатнашҡан балаларҙың әҙәбиәткә булған ҡыҙыҡһыныуы, һөйөүе бер ваҡытта ла һүнмәһен-һүрелмәһен, улар ғүмер буйы китап менән дуҫ булырҙар, тип ышанғы килә, - тип Миндәк урта мәктәбе директоры Гүзәл Илһамова конкурсты йомғаҡланы. – Сөнки аҡыллы, аңлы, уҡымышлы балалар - Рәсәйҙең киләсәге!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға