«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 27 октябрь



28.10.2019 Юл фажиғәләре - 27 октябрь


Кисәге, 27 октябрҙә, республика юлдарында 17 авария теркәлеп, ике кешенең ғүмере өҙөлгән, ун ете кеше йәрәхәттәр алған.

Төндә Күгәрсен районында, Магнитогорск-Ира автоюлының 320-се саҡрымында, Хәйбулла районының 32 йәшлек водителе ВАЗ-2114 машинаһында юлдан ситкә осоп түңкәрелгән.

Авария һөҙөмтәһендә водитель һәләк булған.

Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға