«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Азамат – батыр ир-ат!



28.10.2019 Азамат – батыр ир-ат!

Азамат – батыр ир-ат!Сибай кикбоксеры Азамат Мусин Екатеринбург ҡалаһында үткән "Файер Файт" ( “Fair Fight”) X кикбоксинг буйынса турнирында еңеү яуланы.
Ул Белоруссия һуғышсыһы Олег Лихтарович менән алышты. Азаматтың һөнәри рингта дебюты бына тигән булды!


Хәлит Һибәтуллиндың ҡулы аҫтында шөғөлләнгән спортсы төрлө илдәрҙә Башҡортостан һәм Рәсәй данын яҡлай. Ул халыҡ-ара класлы спорт мастеры, бер нисә тапҡыр Европа, Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ.

Азаматты оло еңеүе менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Вк


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға