«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кем ҡайһы вазифала?



28.10.2019 Кем ҡайһы вазифала?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, Республика Хөкүмәтендә вазифалар раҫланды. Яңы исем-фамилиялар ҙа бар.

Указ менән тәғәйенләнделәр:
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Рәйеф Әбдрәхимов (төҙөлөш комплексын һәм юл хужалығын контролләй)
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Фәнүр Йәғәфәров (БР Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Мәғариф өлкәһендә күҙәтеү буйынса идаралыҡ, БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ эшмәкәрлеген контролләй)
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов (Цифрлы үҫеш министрлығы, Эшҡыуарлыҡ, Туризм, Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеттары эшмәкәрлеге өсөн яуаплы)
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Ирек Сәғитов (Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеттары эшмәкәрлеге өсөн яуаплы)
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры – Илшат Фазрахманов
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры – Ленара Иванова
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры – Борис Беляев

БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры - Гөлшат Арыҫланова
Һаулыҡ һаҡлау - Максим Забелин
Мәҙәниәт - Әминә Шафиҡова
Цифрлы үҫеш - Геннадий Разумикин
Спорт һәм йәштәр сәйәсәте - Руслан Хәбибов
Сәнәғәт һәм энергетика - Александр Шельдяев

Дәүләт комитеттары рәйестәре:
Эшҡыуарлыҡ буйынса - Римма Бойцова
Дәғүәселек сәйәсәте буйынса - Денис Булатов
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса - Фәрит Ғүмәров
Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса - Алексей Гусев
Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса - Руслан Мирсаяпов
Транспорт һәм юл хужалығы буйынса - Тимур Мөхәмәтйәнов
Туризм буйынса - Салауат Нафиҡов

БР Матбуғат эштәре һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе - Борис Мелкоедов

Ветеринария идаралығы етәксеһе - Азат Йыһаншин
Архив эштәре буйынса идаралыҡ етәксеһе - Илһам Фәтҡуллин.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, бер нисә етәксе Мәскәүҙән федераль ведомство раҫлағансы, "вазифа башҡарыусы" булып эшләйәсәк.

Улар - Лира Иғтисамова (финанс министры), Урал Искәндәров (экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу), Айбулат Хажин (мәғариф һәм фән), Марат Шәрәфетдинов (урман хужалығы), Марат Әхмәҙуллин (төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты), Светлана Бурдюк (тарифтар буйынса дәүләт комитеты), Владимир Спеле (юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты), Илдар Шафиҡов (торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты), Альберт Яримов (мәғариф өлкәһен күҙәтеү буйынса идаралыҡ).





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға