«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөнө туристар ярата



28.10.2019 Өфөнө туристар ярата

Ил буйлап сәйәхәт итергә яратыусылар күпләп Башҡортостандың баш ҡалаһын һайлай, тип хәбәр итә туристик сайттарҙың береһе. Был йәһәттән ноябрь байрамында ла сәйәхәт итеүселәрҙең ағымы Өфөгә арта икән.

Халыҡ шулай уҡ, Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Симферополь, Минераллы Һыуҙар, Краснодар, Калининград, Ҡазан һәм Екатеринбургты ла үҙ итә. Сит илдәргә килгәндә, Рәсәй туристары Истанбул, Прага һәм Минскиҙы һайлай, тип белдерә белгестәр.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға