«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Өс стакан» бәлеше



28.10.2019 «Өс стакан» бәлеше


Был ҡоро ҡамырҙан эшләнгән бәлеш өсөн уртаса ҙурлыҡтағы 5-6 алма, 1 стакан манный ярмаһы, 1 стакан он, 1 стакан шәкәр, 1г ванилин, 1 аш ҡалағы лимон һуты, 1 балғалаҡ сода кәрәк.
Бөтә ҡоро ингредиенттарҙы бергә бутайбыҙ. Алманы ҡабығынан таҙартып, эре ҡырғыстан ыуабыҙ, лимон һуты һибәбеҙ. Форманы майлағас, бер ҡат ҡоро ҡатнашманы һалабыҙ. Ул өс ҡат эшләнә. Алма ике ҡат итеп һалына. Ҡаттарҙы матур итеп тигеҙләйбеҙ. Иң һуңғы ҡатҡа аҡ майҙы ҡырғыс аша үткәреп һалабыҙ. Ҡыҙҙырылған мейестә 45–50 минут бешерәбеҙ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға