«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урамда китеп барыусыға наркотик ҡаҙаған



28.10.2019 Урамда китеп барыусыға наркотик ҡаҙаған

Урамда йөрөүе лә ҡурҡыныс хәҙер.

Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһында эштән ҡайтып барған ҡатынға бер ир наркотик ҡаҙаған. Ул арттан килеп ҡатынды ҡосаҡлаған да, аяғына укол эшләгән һәм ҡасҡан. Зыян күреүсе тиҙ генә дауаханаға барған. Анализ уның ҡанында наркотик булыуын асыҡлаған. Енәйәтсе тотолған. Ул 39 йәшлек бер ир булып сыҡҡан. Ғәйебен таныуын танығын, әммә был ҡылығын ниндәй маҡсаттан эшләүен аңлата алмаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға