«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Донъя чемпионатының финалсылары билдәле булды



28.10.2019 Донъя чемпионатының финалсылары билдәле булды

Регби буйынса Японияла барған донъя чемпионатының финалсылары билдәле булды.
Төп приз өсөн Англия командаһы менән Көньяҡ Африка Республикаһы регбисылары көрәшәсәк. Тәүгеһе 18 осрашыу рәттән еңелеү белмәгән Яңы Зеландия спортсыларын 19:7 иҫәбенә отоп финалға сыҡһа, Африка иһә Уэльс командаһын 19:16 иҫәбенә алдырҙы.
Донъя чемпионаттарына килгәндә, һуңғы икәүһендә Яңы Зеландия спортсыларына етеүсе булмай. Улар ике беренселек рәттән чемпион була. Англия командаһы ла төшөп ҡалғандарҙан түгел. Улар үҙ тарихында 2003 йылда еңеүсе булып, ике тапҡыр көмөш миҙал призеры ла. Көньяҡ Африка Республикаһы 1995 һәм 2007 йылда алтын миҙал яулап, ике тапҡыр өсөнсө урынға сыға. Өсөнсө урын өсөн көрәшәсәк Уэльс регбисылары бынан 32 йыл элек «бронза»лы булғайны.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға