«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үәт, бейейҙәр!



28.10.2019 Үәт, бейейҙәр!

Машина өҫтөндә, трамвайҙа, күҙәтеү ҡуласаһында, лифтта, күнекмәләр залында, футбол майҙанында, “Өфө” аэропортында, урманда, хатта мунсала! Ни эшләйҙәр, тиһегеҙме? Башҡорт бейеүен башҡаралар!


Уралда, Ирәмәлдә, Ҡафтауҙа, Тахталы түбәһенә менеп тә! Ҡытай, Нидерландтар, Испания, Италия, Көньяҡ Африка – башҡорт бейеүе флешмобы көндән-көн киңерәк ҡолас йәйә. Иң йәш бейеүсегә ни бары 10 ай булһа, иң олоһона – 90 йәш. Корея балалары ла башҡортса баҫа, негр ҙа барабанын ҡағып, беҙҙеңсә тыпырлай...

Көньяҡ Осетияла поста торған һалдаттар – башҡорт егеттәре, Америка малайы Самуил Саваж, Африканан Селестин Раэриндзатуву, Әстерхан губернатор ансамбле, Ҡазан дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле бейеүселәре был проектта ихлас ҡатнаша.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән бейеү флешмобынан тыш, танылған музыкант Зәйнетдин дә, үҙенең бәйгеһен ойоштороп ебәрҙе. Ул еңеүсегә тәүҙә 10 мең вәғәҙәләһә, артабан аҡсалата бүләк ике тапҡырға артты. Артистың конкурсы ла ҡыҙғандан-ҡыҙа бара.

Бер мискә балға бер ҡалаҡ дегет тигәндәй, башҡорт бейеүен пилонда башҡарып, резонанс тыуҙырыусылар ҙа булды. Стриптиз өсөн файҙаланылған пилонда ҡыҙҙар башҡорт халыҡ костюмында өйөрөлә. Башҡорт йәмәғәтселегенә, әлбиттә, был видео оҡшаманы, ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр уятты.

Флешмобтың хештегтары #БашҡортБейеүенӨйрәнәм һәм #БашҡортБейеүенБашҡарам.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.
Видео: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға