«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы саҡыра



28.10.2019 Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы саҡыра


Бөрйән районында урынлашҡан Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы ейәндәр һәм өләсәйҙәр өсөн «Көмөш сылбыр» экостаны уҙғара. 31 октябренән алып 2 ноябргә тиклем ойоштороласаҡ лагерҙа Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы менән танышып, ижад эштәре менән шөғөлләнеп, ял итеп ҡайтырға була. Программала милли аш-һыу әҙерләү, башҡорт әкиәт- легендаларын өйрәнеү, төрлө мастер-кластар ҡаралған. Ҡатнашыу өсөн заявкалар 30 октябргә тиклем ҡабул ителә. Урынлашыу һәм туҡланыуға бәйле мәсьәләләр буйынса 8-927-329-54-15, 3-19-33 һандарына шылтыратып белешергә була.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға