«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мылтыҡ менән янаған



28.10.2019 Мылтыҡ менән янаған

Балалар баҡсаһына ҡорал тотоп килгән.

Был хәл Әлшәй районында була. Яһаулы һунарсы мылтығы тотҡан 1957 йылғы ир балалар баҡсаһы биләмәһендә ике ауылдашы менән низағҡа инә. Бәхәс барышында уларға мылтығы менән янай. Полицейскийҙар ҡыҙыу ирҙе ҡулға ала. Мылтыҡ тотоп йөрөүсегә ҡарата процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Башинформ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға