«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Машинала йөрөгөһө килгән.



28.10.2019 Машинала йөрөгөһө килгән.

Әбйәлил районының Асҡар ауылында йөрөп килергә теләп, кеше машинаһын урлаған 17 йәшлек егетте тотҡандар.


29 йәшлек Стәрлетамаҡ кешеһе кафе алдындағы туҡталыштан билдәһеҙ кешенең уның «Лада Ларгус»ына ултырып китеүе хаҡында хәбәр итә. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ауыл урамдарының береһендә урланған автомобилде туҡтата. Руль артында 17 йәшлек иҫерек егет була. Уның колледж студенты булыуы асыҡлана. БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, егеттең машианала йөрөгөһө килгән, шуға күрә ошондай енәйәткә барған. Үҫмерҙең аңһыҙ аҙымы хоҡуҡ һаҡлау органдарын енәйәт эше асырға мәжбүр итә. Әлеге ваҡытта ул күҙәтеү аҫтында, йәшәгән урынынан ситкә сығырға тейеш түгел.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Яндекс


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға