«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кешене тапатҡан да ҡасҡан



28.10.2019 Кешене тапатҡан да ҡасҡан

27 октябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Лада-Калина» автомобилендә билдәһеҙ водитель урамда бер ирҙе бәрҙереп ҡасҡан. Зыян күреүсе алынған йәрәхәттәрҙән һәләк булған.


Юл-транспорт ваҡиғаһының шаһиттары һөйләүенсә, үлемесле авария киске сәғәт 9-сы яртылар тирәһендә Артем урамында була. Автомобилдең водителе кешене бәрҙергәс, туҡтап та тормай, юлын дауам итеп, билдәһеҙ йүнәлештә күҙҙән юғала.
Был хәлдән һуң, аҡ төҫтәге «Лада Калина» автомобиленә эҙләү иғлан ителә. Күпмелер ваҡыттан һуң ул табыла. Руль артында 36 йәшлек Ишембай районы кешеһе булыуы асыҡлана. Медицина тикшереүе күрһәтеүенсә, ул иҫерек булған. Әле иһә енәйәтте асыҡлау эштәре бара.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға