«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Тамбов” футболсылары "Өфө"нө "ултыртты..."



27.10.2019 “Тамбов” футболсылары "Өфө"нө "ултыртты..."

“Өфө” футболсылары Рәсәй Премьер-лига чемпионатының сираттағы осрашыуында беренселек аутсайдеры – “Тамбов” командаһына 3:0 иҫәбенә ҡыйралып, яйлап үҙ урынына ҡайтып бара буғай.
Улар быға тиклем лидерҙар менән типә-тиң алышып, хатта турнир таблицаһының алтынсы баҫҡысына барып үрләгәйне. Нишләйһең, хәҙер килеп беренселек дебютантына ла ошондай иҫәпкә отолғас, кикеректе тыйып торорға тура килер... Улар хәҙер 11-се баҫҡыста. Тағын килеп, киләһе турҙа яраланған “Локомотив” клубы менән осрашырға тура киләсәк, сөнки тегеләр, үҙ майҙанында “Спартак”ка 0:3 иҫәбенә еңелде. “Спартак” бер еңеү менән шунда уҡ турнир таблицаһының етенсе урынына күтәрелде.
Лидер – “Зенит” (32 мәрәй). “Локомотив” менән “Ростов” клубтары 29-шар мәрәй яулап, икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлешә.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға