«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Поездарҙа плацкарт вагондар бөтә



26.10.2019 Поездарҙа плацкарт вагондар бөтә

Тиҙҙән Рәсәйҙә плацкарт вагондар ҡалмаясаҡ.

“Федераль пассажир компанияһы”нан хәбәр итеүҙәренсә, плацкарт вагондар йыл аҙағына тиклем генә йөрөйәсәк. Яңы йылдан иһә бюджет, эконом, комфорт һәм бизнес вагондар барлыҡҡа киләсәк. Вагондар вагондарҙа душ, розетка буласаҡ. Шулай уҡ пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифаты ла яҡшырасаҡ. Яңы поездар ноябрҙә үк йөрөй башлаясаҡ. Тәүге маршруттарҙың береһе – Мәскәү – Белгород поезы. Бынан тыш, декабрҙә өс маршрутта (Мәскәү – Петрозаводск, Пенза – Мәскәү, Мәскәү –Брянск) ике ҡатлы вагондар буласаҡ.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға