«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 25 октябрь



26.10.2019 Юл фажиғәләре - 25 октябрь

Кисәге республика юлдарында 17 автомобиль аварияһы теркәлеп, бер бала һәләк булған, 20 кеше йәрәхәттәр алған.

Йәрәхәттәр алған, тип әйтеүе генә анһат, ә күпме дауаланырға, һыҙланырға, операциялар үткәрергә - уныһы үҙ башына төшкәндәр генә белә...

Кисә Өфөлә, Орджоникидзе менән Вологодский урамдары сатында, иртән сәғәт ундар тирәһендә «Камаз» боролошта кинәт уңдан килеп сыҡҡан джип менән бәрелешмәҫ өсөн электр бағанаһына барып бәрелә.


Йөк машинаһының кабинаһын ут ялмай. Ярай ҙа водителе һикереп сығып өлгөрә. Янғын һүндереүселәр килеп етеп, утты һүндерә.

Ишембай районының Сәлих ауылы янында автомобиль юл аша сығып барған атҡа бәрелеп, кюветҡа оса.

Аварияның сәбәптәре асыҡлана.

.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға