«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡотҡарыусылар аҙашҡан бәшмәксегә урмандан сығырға ярҙам иткән



26.10.2019 Ҡотҡарыусылар аҙашҡан бәшмәксегә урмандан сығырға ярҙам иткән


24 октябрҙә 70 йәшлек ир Иглин районы Петрово-Федоровка ауылы янындағы урманда аҙашҡан.

Юлды таба алмағас, ул телефондан ҡотҡарыусыларға шылтырата. Әммә күпмелер ваҡыттан һуң батареяһы бөтөп, телефоны һүнә.
Көндөң кисләүе лә эҙләүҙе ауырлаштыра. Шулай ҙа ҡотҡарыусылар аҙашҡан бәшмәксене таба һәм урмандан сығырға ярҙам итә.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға