«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер көндә 43 операция эшләп, рекорд ҡуйған



25.10.2019 Бер көндә 43 операция эшләп, рекорд ҡуйған


Өфө күҙ ауырыуҙары табибы Гөлнара Исрафилова күсмә сессия ваҡытында Ишембай ҡалаһында бер көндә 43 микрооперация эшләп, Рәсәй буйынса рекорд ҡуйған.


Операция үткәрелгән ауырыуҙар араһында дөйөм сәләмәтлектәре буйынса бик ауыр диагнозлы пациенттар булған. Мәҫәлән, балалар церебраль фалижы, тыумыштан күрәшлек, бер генә күҙҙәге катаракта һ.б.
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты офтальмологтарының күсмә сесияһы дүрт көн дауам иткән. Шул ваҡыт эсендә бөтәһе 120 операция яһалған.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Башинформ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға