«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 24 октябрь



25.10.2019 Юл фажиғәләре - 24 октябрь

Кисәге, 24 октябрҙә, республикала 12 автомобиль аварияһы теркәлеп, өс кеше һәләк булған, 19 кеше йәрәхәттәр алған.


Таңда Өфө районында Силәбе өлкәһенең 34 йәшлек водителе "Mercedes Sprinter" машинаһында 44 йәшлек ирҙе тапатҡан (ул Салауат районынан булған). Юлсы алған яраларҙан йән биргән.

Кисен Дүртөйлө районында ҡара-ҡаршы килгән ВАЗ-2115 менән "Chevrolet Cruze" машиналары бәрелешкән.

Шунда уҡ ВАЗ-дың 29 йәшлек водителенең ғүмере өҙөлгән. Дүрт пассажирҙың береһе, 34 йәшлек ир, бөгөн төндә дауаханала йән биргән. Ҡалғандары ла дауаханаға эләккән.


"Chevrolet Cruze"-дың водителе Өфөнән 38 йәшлек ҡатын. Уның машинаһынан 12 йәшлек ҡыҙ дауаханаға килтерелгән.






Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға