«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөнө тараҡандар баҫҡан



25.10.2019 Өфөнө тараҡандар баҫҡан

Өфөнө тараҡандар баҫҡанДим районы халҡы ҙур тараҡандарҙың күбәйенә зарлана.


Бигерәк тә Таллин һәм Хаҡиҡәт урамдары киҫелешендәге канализация соҡорҙарынан сиреүе менән сығыуына борсолалар.

"Люктан алыҫ түгел сүп-сар, гараждар һәм йылылыҡ трассаһы урынлашҡан. Был соҡорҙа был бөжәктәргә үрсеү өсөн барлыҡ шарттар бар", - ти улар.

Һуңғы йылдарҙа Өфө халҡы ҡаланы тараҡандар баҫыуына зарлана.

Йылылыҡ миҙгеле башланғас, улар фатирҙарҙы яңы көс менән баҫып алды, тип борсола кешеләр.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Вк


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға