«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Акция ваҡытында күкрәгегеҙҙе тикшертеп ҡалығыҙ!



25.10.2019 Акция ваҡытында күкрәгегеҙҙе тикшертеп ҡалығыҙ!


Ҡатын - ҡыҙҙарҙа күкрәк яман шешен иртәрәк асыҡлау маҡсатынан «Ал таҫма» профилактик акцияһы дауам итә. Гүзәл зат вәкилдәре үҙҙәре беркетелгән поликлиникала маммологта ҡаралып, маммография, УЗИ үтә ала. Акция мәлен файҙаланып, медицина тикшеренеүе үтеп ҡалығыҙ. Акция ваҡытында дауаханаларҙа тикшерелеүгә алдан яҙылырға, сиратта торорға кәрәкмәй. Был сара октябрь бөткәнсе генә дауам итәсәк.
40 йәштән үткәндәргә йыл һайын маммография үтеү мотлаҡ. Яман шеш ауырыуҙары араһында күкрәк яман шеше беренсе урында тора.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға