«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шым ғына ремонт эшләп буламы икән?



25.10.2019 Шым ғына ремонт эшләп буламы икән?


Шым ғына ремонт эшләп буламы икән? Сөнки бөтә ҡеүәтле эш ҡоралдары тиерлек көслө тауыш менән эшләй. Теләһеңме- теләмәйһеңме, күршеләргә ҡамасаулаһаң да, тауышланырға тура килә. Түҙергә була, ваҡытлыса ғына мәшәҡәт бит.
Әммә күптәр һинең өйҙә ремонт барғанды аңларға теләмәй шул. Көндөҙ генә тауышланһаң да, йәш әсәләр, баламды йоҡлата алмайым, тип яу һалырға ғына тора.
Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа ремонт эштәрен башҡарыуға ҡағылышлы яңылыҡ индерергә йыйыналар. Республика парламенты көндөҙ шаулауҙы тыйған яңы закон проектын әҙерләүҙе тикшерә, көндөҙ ҙә «тынлыҡ законы»н индерергә теләй.
Башҡа төбәктәрҙә бындай тәжрибә бар.
Тауышланмай ғына йәшәргә ҡала инде.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға