«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 9 йәшлек бала янып үлгән



25.10.2019 9 йәшлек бала янып үлгән


Кушнаренко районының «Якорь» баҡсасылыҡ йәмғиәтендә бөгөн иртән ике этажлы өй янған. Унда 9 йәшлек ҡыҙҙың мәйете табылған.
Билдәле булыуынса, ҡыҙҙың 47 йәшлек әсәһе 59 йәшлек иргә килеп йөрөгән. Йорт хужаһы был ваҡытта Өфөгә ике көнгә эшкә киткән булған. Ут электр сымынан йәки ҡыҙған мейестән сыҡҡан тигән фараз бар.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: пресс-служба ГУ МЧС РФ по РБ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға