«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эҙәрмәндәр тағы бер һалдаттың яҙмышын асыҡлаған



25.10.2019 Эҙәрмәндәр тағы бер һалдаттың яҙмышын асыҡлаған


Псков өлкәһендә Башҡортостан эҙәрмәндәре эшләй. 1941 йылдың 4-5 июлендә Башҡортостан һалдаттары күпләп булған 171-се уҡсылар дивизияһы был урындарҙа оборона тотҡан. Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында өс һалдаттың медальоны табылған. Уларҙың берәүһе Йомағужа районынан Тихон Назаровтыҡы булып сыҡҡан. Яугирҙең туғандарының да ҡайҙа йәшәүе асыҡланған. Һалдаттың мәйете ҡалдыҡтары Күгәрсен районында күмеләсәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға