«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Франция белгесе Рәсәйҙе маҡтап, уның футболы хаҡында бәйен еткерҙе



25.10.2019 Франция белгесе Рәсәйҙе маҡтап, уның футболы хаҡында бәйен еткерҙе

Англияның билдәле «Арсенал» футбол клубының элекке баш тренеры Арсен Венгер, Рәсәй футболы кимәле тураһында фекере менән алышты.
«Шул хәтлем ҙур илдә бер нисә бөртөк кенә талантлы уйынсыларҙың барлығы, аптырата. Бында төп проблема: футбол өлкәһендә үҙгәреш индереү – илдең төп бурысы булырға тейеш. Тик, нишләптер, борсолмайҙар.
Футбол буйынса донъя чемпионатын юғары кимәлдә үткәрҙегеҙ. Күптәр Рәсәй халҡының ҡунаҡсыллығына хайран ҡалып ҡайтты. Аңланылар, бында ла ябай, тормошто яратҡан кешеләр йәшәгәнен. Һеҙҙең журналистар һәр ваҡыт Андрей Аршавин хаҡында ҡыҙыҡһына. Йәнәһе, нишләп ул оҙаҡ ваҡыт «Арсенал»да уйнаманы тип… Аршавинды, Рәсәй футболсылары араһында иң талантлыларынан һынар инем. Ул беҙгә 30 йәшенән һуң килде. Шуға күрә оҙаҡ тора алманы. Ә ул бик оҫта футболсы».





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға