«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » ЦСКА командаһы Рәсәй футболы кимәлен күрһәтә...



25.10.2019 ЦСКА командаһы Рәсәй футболы кимәлен күрһәтә...

Футбол буйынса Европа лигаһында сығыш яһаған ЦСКА клубы ла төркөм осрашыуында әллә ни билдәле булмаған Венгрияның «Ференцварош» уйынсыларына 0:1 иҫәбенә отолоп, өсөнсө уйын рәттән бер мәрәй ҙә яулай алмай интегә.
Улар үҙ төркөмөндә иң аҙаҡҡы урынды биләп, Рәсәй футболының кимәлен иҫбатлай. Ә бына «Краснодар» командаһы, ниһайәт, мәрәйле булды. Улар Төркиәлә урындағы «Трабзонспор» уйынсыларын 0:2 иҫәбенә еңеп, үҙ төркөмөндә өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде.
Быға тиклем Чемпиондар лигаһында ҡатнашҡан «Локомотив» менән «Зенит» клубтары дәғүәселәренә бер үк 2:1 иҫәптәренә бирелгәйне.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға