«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу буйынса беҙ - икенсе



25.10.2019 Мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу буйынса беҙ - икенсе

Был хаҡта Башлыҡ Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә хәбәр итә.


Рәсәй ҡалалары араһында Өфө һәм Яңауыл 3-се һәм 9-сы урындарҙы биләгән.

"Был ни бары бер-нисә айлыҡ хеҙмәт емеше. Ошо уҡ ваҡытта, камиллыҡҡа етеү өсөн иртәрәк икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Күп мәктәптә матди база насар, балаларға порцияны һалып еткермәйҙәр, ризыҡ тәмһеҙ һәм сифатһыҙ була.

Ләкин ике айҙа мәктәп ашханаһында туҡланыусы уҡыусылар һаны 30 процентҡа артҡан, тигән факт дөрөҫ йүнәлештә атлауыбыҙ хаҡында һөйләй.
Яҡын киләсәктә барыһы ла тәмле һәм сифатлы итеп туҡланасаҡ.

Намыҫлы эшләгән операторҙарҙы хуплап, ярҙам итеп торасаҡбыҙ, ә кем насар ашата, улар менән бер ниндәй икеләнеүһеҙ хушлашасаҡбыҙ", - ти Радий Фәрит улы.

Әйткәндәй, Рәсәй ҡалалары араһында икенсе урынды Красногорск яулаған.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Вк


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға