«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сошников “Витязь” командаһының “дошманы”на әйләнде



24.10.2019 Сошников “Витязь” командаһының “дошманы”на әйләнде

“Салауат Юлаев” хоккейсылары КХЛ чемпионатының сираттағы турында “Витязь” клубын өҫтәмә ваҡытта 2;1 иҫәбенә отоп, быйылғы миҙгелдә Мәскәү өлкәһе уйынсыларын икенсе тапҡыр бер үк иҫәпкә алдырҙы.
Быға тиклем булған осрашыуҙа юлаевсылар һөжүмсеһе Никита Сошниковтың мәргәнлеге арҡаһында “Витязь” командаһын еңһә, был юлы ла Сошников ике тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, “Салауат Юлаев”ҡа еңеү килтерә.
Ошо еңеүҙән һуң, өфөләр 27 мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһында дүртенсе урынға күтәрелде. Хәҙер улар үҙендәге серияһын тамамлап, ситкә юлланасаҡ. 29 октәбрҙә Сочиҙа урындағы команда менән көс һынашасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға