«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡандрала "Мирзаһитов уҡыуҙары" үтте



24.10.2019 Ҡандрала "Мирзаһитов уҡыуҙары" үтте

Туймазы районының Ҡандра ауылында "Мирзаһитов уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.


Конференцияла 58 уҡыусы ҡатнашты. Улар төрлө темаларға ҡыҙыҡлы сығыштар яһаны. Педагогтарҙың эшен баһалама ағзалары тикшерҙе.

Жюри составында Өфө ҡунаҡтары ла бар ине – БР Яҙыусылар союзы ағзалары Фәрзәнә Аҡбулатова һәм Марсель Сәлимов. Конферения эшендә Әсғәт Мирзаһитовтың туғандары – ейәне И. Мирзаһитов һәм ҡустыһы Ф. Хәретдинов ҡатнашып, яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында һөйләне.

Сара барышында мәҙәниәт һарайында күренекле йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге БР дәүләт премияһы лауреаты, драматург Әсғәт Мирзаһитовтың музейы асылды. Конференцияны халыҡ-ара ерле халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау йылы менән бәйләп алып барылыуы иғтибарға лайыҡ.

"Етегән" гәзитенән.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Етегән.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға