«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Харис Йосоповтың иҫтәлегенә ярыш үтте



24.10.2019 Харис Йосоповтың иҫтәлегенә ярыш үтте

Салауат районының Арҡауыл ауылында “Йүрүҙән” спорт-һауыҡтырыу комплексында көрәш буйынса республика беренселеге уҙғарылды.


Спорт сараһы көрәшсе, профессор, дзюдо буйынса СССР ҙың һәм РСФСР ҙың атҡаҙанған тренеры Харис Йосоповтың яҡты иҫтәлегенә бағышланды.

Ярышта 2002-2005 йылғы егеттәр, барыһы 19 команда ҡатнашты.

Һөҙөмтәлә, еңеүҙе Өфө ҡалаһы, һәм Стәрлебаш районы командалары яуланы. Салауаттар иһә дүртенсе урынға лайыҡ булды, тип яҙа "Йүрүҙән" гәзите.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Интернет.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға