«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ауаз!



24.10.2019 Ауаз!

Илеш районында III асыҡ “Ауаз” башҡорт этник мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт фестивале бара.

Унда 600-ҙән ашыу балалар һәм өлкәндәр: ижади коллективтар, ғаилә династиялары, ҡул эштәре оҫталары, студенттар һәм профессиональ башҡарыусылар ҡатнаша.

Улар "бейеү", "вокал", "фольклор", "инструменталь башҡарыу" номинацияларында бәйге тотасаҡ.

Бынан тыш оҫталарҙың ҡул эштәре, рәссамдарҙың картиналары күргәҙмәгә ҡуйылған.

Сараның программаһы бик бай: фәнни-ғәмәли конференция, йәрминкә, күренекле сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, ауылдар буйлап концерттар ҡуйыу ҙа планлаштырыла.

Фестиваль иртәгә, 25 октябрҙә, гала-концерт менән тамамланасаҡ (башлана сәғ. 18.00).

Унда “Йырсы ауыл” республика конкурсына старт бирелә.

Конкурсты ойоштороусылар: БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Илеш районы хакимиәте.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға