«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баянсы-гармунсыларҙы көтәбеҙ!



24.10.2019 Баянсы-гармунсыларҙы көтәбеҙ!

Ғүмере бик иртә өҙөлгән талантлы музыкант, аранжировкалаусы Илдус Ғөбәйҙуллиндың иҫтәлегенә былтыр дуҫтары 15 сентябрҙә хәйриә концертын ойоштороп уҙғарғайны, быйыл 26 октябрҙә Учалы ҡалаһының филармонияһында Илдус Ғөбәйҙуллин иҫтәлегенә баянсы һәм гармунсыларҙың беренсе асыҡ фестивале үтәсәк.

Шәмбе көнө иртән сәғәт 10:00 фестивалдә ҡатнашыусыларҙы тыңлау ойошторола.

Иң шәп гармунсыларҙың сығыштарынан концерт сәғәт 15:00 башлана.

Концертҡа инеү ирекле.

Ойоштороусылар йыр-моң һөйөүсе һәр кемде фестивалдә көтөп ҡала!

Бәйләнеш өсөн телефон: 8 903 350 02 38.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға