«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 23 октябрь



24.10.2019 Юл фажиғәләре - 23 октябрь

Кисәге, 23 октябрҙә, республикала 12 автомобиль аварияһы теркәлеп, бер кеше һәләк булған, 14 кеше йәрәхәттәр алған.

Кисен Өфө районында Кушнаренко районына ҡайтып барған 34 йәшлек водитель "Geely Emgrand" машинаһында юлда торған 79 йәшлек ирҙе тапаған. Өфө бабайы шунда уҡ һәләк булған.

Был ваҡиға буйынса тикшереү эше бара.

Ҡараңғыла юлда торған, китеп барған кеше күренмәй, тиерлек, ләкин шуға ҡарамаҫтан, кейемгә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар ҡуйырға ашыҡмайҙар...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға