«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кем ҡарабойҙайҙың ҡыйбатланыуын һиҙҙе?



24.10.2019 Кем ҡарабойҙайҙың ҡыйбатланыуын һиҙҙе?

Республикабыҙҙа тәьмин итеүселәр ҡарабойҙай ярмаһына хаҡты күтәрҙе.


Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе Фәрит Ғиндуллин һүҙҙәренсә, хаҡтар сентябрҙә үк арта башлаған. Бөгөн был ярмаға хаҡ сама менән 15 процентҡа артҡан.

“Сентябрҙә сауҙа предприятиелары ҡарабойҙайҙың бер килограмын 35 һумдан алһа, кисә уны 46 һумдан алды”, — ти етәксе. Тик хаҡ артыуҙың сәбәбе асыҡламай.

Әлегә республиканың сауҙа селтәрҙәрендә ҡарабойҙайҙың ҡыйбатланыуына бәйле шау-шыу юҡ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға