«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда эшһеҙҙәр армияһы кәмегән



17.10.2019 Башҡортостанда эшһеҙҙәр армияһы кәмегән

Башстаттың һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 18,3 мең кеше тәшкил итә. Был ағымдағы йылдың 1 сентябренә ҡарағанда 6,7 процентҡа аҙыраҡ.


1 октябргә ҡарата Башҡортостанда 16,7 мең кешегә эшһеҙлек пособиеһы түләнгән.

Теркәлгән эшһеҙлек кимәле эшсе көстәр һанына 0,9 процент тәшкил итте.

Бөгөн Башҡортостанда эшсе көстәр — 1,884 миллион кешенән ашыу. Волга буйы федераль округында — 14,762 миллион, Рәсәйҙә — 75,541 миллион кеше.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға