«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уҡыусылар белем усағына ҡыуанып бөтә алмай



24.10.2019 Уҡыусылар белем усағына ҡыуанып бөтә алмай

Баҡалыла 825 урынға иҫәпләнгән өр-яңы мәктәп асылғанға бер ай булды. Ул “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына - 100 объект” проектына ярашлы төҙөлдө.

2015 йылда төҙөлә башланған объект 509 миллион һумға төшкән. Өс ҡатлы уҡыу корпусында интерактив комплекстар менән йыһазландырылған спорт, гимнастика залдары, душ, 396 урынлыҡ тамаша залы, физик мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн лифттар бар.

Ҡыҫҡаһы, баҡалылар заманса стандарттарға тура килтереп төҙөлгән мәктәпле булды, уҡыусылар яңы белем усағына ҡыуанып бөтә алмай.

Ысынында иһә, 1-се мәктәп коллективы бындай оло бүләккә күптән лайыҡ. Белем усағының даими рәүештә Рәсәйҙең һәм республиканың иң яҡшы мәктәптәре иҫәбендә булыуы, Бөтә Рәсәй олимпиадаларының төбәк этаптарында юғары күрһәткестәргә өлгәшеүе күпте һөйләй.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға