«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй футболсылары биш позицияға күтәрелде



24.10.2019 Рәсәй футболсылары биш позицияға күтәрелде

Рәсәй йыйылма командаһы футболсылары Халыҡ-ара футбол федерацияһының (ФИФА) яңыртылған рейтингы буйынса 42-се урындан 37-се баҫҡысҡа күтәрелде.
Улар яңыраҡ уҙған Европа чемпионатының һайлап алыу төркөм осрашыуҙарындағы уңыштарынан һуң ошо юғарылағы һөҙөмтә менән баһаланды. Белеүегеҙсә, беҙҙекеләр ике тур алда, киләһе йыл буласаҡ Европа беренселегендә ҡатнашыу өсөн путевка яуланы.
Рейтингта лидер булып һаман Бельгия командаһы ҡала. Икенсе урында – Франция, өсөнсөлә Бразилия уйынсылары. Украина командаһы беҙҙән 15 позицияға өҫтә урынлашып, 22-се урынды биләй.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға