«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бындай шәп водителде, биллаһи, күргәнегеҙ юҡ!



24.10.2019 Бындай шәп водителде, биллаһи, күргәнегеҙ юҡ!

Был ҡунаҡсыл автобусты Өфөнөң 266-сы маршрутында осратырға мөмкин.


Пассажирға ышаныс белдереп, үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү өсөн һауыт ҡуйған шоферҙы тәү тапҡыр осраттым. Рәсәйҙә бындай хәл мөмкинме һуң, тип оҙаҡ ҡына күҙәтеп барҙым. “Сдачаһыҙ түләү” һауытына төшөрөлгән тәңкәләрҙе ир тикшереп ҡарамай ҙа, вәт һин уны! Маршрут таксиҙарының водителдәрен буйы менән әрләргә яратабыҙ, ә бына Фәйез Фәйзетдинов барыһына ышаныс белдерә. Хатта терминалын да күренгән урынға ҡуйып, ҡайһы төймәгә баҫырға икәнлеген аңлатып яҙып ҡуйған.

Был ғына түгел, ул пассажирҙарға хөрмәт билгеһе итеп, кәнфитен дә өйөп һалған. Иғтибарлы водитель, ҡайһы берәүҙәр кеүек, ҡапыл тормозға баҫмай, талғын хәрәкәт итә, салондағы таҙалыҡты ла әйтеп үтеү мөһим.

Иртә менән ошондай кешелекле, позитив водителгә эләкһәң, көнө буйына яҡшы кәйеф гарантиялана икән ул. Донъяла Фәйез Камил улы кеүектәр күберәк булһа икән!





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Автор фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға