«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Путин Рәсәй-Африка саммиттарын өс йыл һайын үткәрәйек тине



25.10.2019 Путин Рәсәй-Африка саммиттарын өс йыл һайын үткәрәйек тине

РФ Президенты Владимир Путин Рәсәй һәм Африка араһында өс йылға берҙе саммиттар үткәрергә тәҡдим итте һәм мөнәсәбәтте системалы һәм комплекслы итергә кәрәк тип белдерҙе.

Ил башлығы әйтеүенсә, саммитта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла быны хуплай. Өсәр йыл һайын үткәрелгән саралар араһында йыл һайын сит илдәр министрҙары араһында сәйәсәт консультациялары ойоштороп була.

- Һеҙ был тәҡдимде хупларһығыҙ һәм беҙ ошо юҫыҡта Рәсәй-Африка мөнәсәбәтен үҫтерербеҙ", - тип өҫтәне Путин.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға