«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 20 йәшлек кенә егет эштә ҡазаланған



24.10.2019 20 йәшлек кенә егет эштә ҡазаланған


Өфө предприятиеларының береһендә 20 йәшлек егттең эш сәғәте фажиғәле тамамланған.

Егет ҡалдыҡтарҙы утилләштереү буйынса компанияла эшләгән. 23 октябрҙә иртәнсәк картондарҙы прессҡа тығып ултырғанда, ҡулы станок аҫтына тура килә. Егетте дауаханаға оҙаталар. Ҡул суғын ампутацияларға тура килә. Әле иһә уның сәләмәтлеге хаҡында медиктар хәстәрлек күрә.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Яндекс


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға