«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Тиҙ ярҙам” саҡыртып, өйөн йыйыштырырға ҡушҡан



24.10.2019 “Тиҙ ярҙам” саҡыртып, өйөн йыйыштырырға ҡушҡан

Әстерханда йәшәүсе бер ир, оло йәштәге әсәйем ауырый тип, “Тиҙ ярҙам”саҡырта. Тик ярҙамға ашыҡҡан бригаданы ул балта менән ҡаршы ала. Медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡулындағы ҡорал менән һелтәнеп, туҙып ятҡан өйөн йыйыштырырға ҡуша. Балта менән һелтәнеүсе ир ярҙамға ашығыусыларға дәғүәһен белдерә, йәнәһелә, сирле әсәһен ҡарап, ул аҡ халатлыларҙың эшен башҡара.

Ҡобаралары осҡан медицина хеҙмәткәрҙәре саҡ ҡасып ҡотола һәм полицияға ғариза яҙа. Әлеге ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Ошондай ҡот осҡос хәлдән һуң кешегә ярҙамға ашығып ҡара инде ...





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға